+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Апрель 2020, 14:56

Йоғошло сиргә ҡаршы көрәш дауам итә.

Дауахананы ҡарап сыҡҡандан һуң Радий Хәбиров: “Сирлеләр килгән осраҡта бер үлем осрағына ла юл ҡуйырға ярамай. Һәр кешене ентекләп, бөтә мөмкинлектәрҙе файҙаланып, дауалау бурысы тора”, ­ – тип билдәләне.

Бөгөн, кесейома, 16 сәғәттә Республика Башлығы Радий Хәбиров төбәк ведомстволары, район һәм ҡала башлыҡтары менән видеоконференция форматында кәңәшмә үткәрә.
Республика Башлығы иртән Дим районында урынлашҡан йоғошло сиргә дусар булғандарҙы ҡабул итеүгә тәғәйенләнгән дауахана әҙерлеге менән танышты. Бында бер юлы 215 сирлене дауалаясаҡтар. Әҙерлек эштәренә дауахананың баш табибы Фәнил Шәмиғолов етәкселек итә. Дауахананы ҡарап сыҡҡандан һуң Радий Хәбиров: “Сирлеләр килгән осраҡта бер үлем осрағына ла юл ҡуйырға ярамай. Һәр кешене ентекләп, бөтә мөмкинлектәрҙе файҙаланып, дауалау бурысы тора”, ­ – тип билдәләне.
Өфө районының Зубово ауылы эргәһендә 16 мең квадрат метрлы дауахана үҙәге төҙөлөшө графикка ярашлы бара. Өр-яңы, заманса йыһазландырылған дауахана иң ауыр, ҡатмарлы йоғошло сирҙәрҙе дауаларға мөмкинлек бирәсәк. Республика Башлығы Радий Хәбиров төҙөлөш эштәрен ярты йыл эсендә башҡарып сығырға ҡушты.
Дауахана эргәһендә уңайлы ятаҡ та буласаҡ. Ул апрель айында әҙер булырға тейеш.
Читайте нас: