+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Апрель 2020, 13:26

Беҙҙең баш ҡала – етенсе. Әлегә...

“Тормош дауам итә. Рәсәйҙең миллиондан ашыу кеше йәшәгән ҡалалары араһында “ҡала мөхитенең сифаты күрһәткесе буйынса” беҙҙең Өфө етенсе урынды алды, – тип хәбәр итә үҙенең сәхифәһендә Республика Башлығы Радий Хәбиров. – Беҙҙең алда Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡаҙан, Түбәнге Новгород, Дондағы Ростов һәм Екатеринбург. Ә беҙҙән аҫта – Красноярск, Пермь, Воронеж, Силәбе, Волгоград, Самара, Новосибирск”.

Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығы үткәргән был ярышта йәшәгән кешеләр һанына ҡарап, Дүртөйлө, Сибай, Ағиҙел, Стәрлетамаҡ, Туймазы һәм Бәләбәй ҙә бар.
Бында ҡалаларҙың йәшәү өсөн хәүефһеҙлеге, экология, идара итеүҙең һөҙөмтәлелеге иҫәпкә алынған.
– Беҙгә үҫерлек урын бар, – ти Республика Башлығы. – Беҙҙең ҡалаларҙың был исемлектә урын алыуы ла яҡшы һөҙөмтәләр хаҡында һөйләй. Яҡшы сифаттарҙы артабан да үҫтерәйек!
Читайте нас: