+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Апрель 2020, 13:27

Коронавирус. Үҙҡамау талаптарын үтәү мотлаҡ.

Хәҙер иң күбе коронавирус тураһында һөйләйҙәр. Ул шулай уҡ ҡурҡынысмы? Башҡортостан Республикаһының Гигиена һәм эпидемиология үҙәге баш табибы Анна Казак һөйләй:“Коронавирус күптән билдәле булған вирустар төркөмөнә ҡарай, – ти Анна Казак. – Әле донъяла таралғаны – уның яңы төрө. Уны өйрәнәләр һәм, ҡайһы берәүҙәр әйтеүенсә, ысынында иһә...

Хәҙер иң күбе коронавирус тураһында һөйләйҙәр. Ул шулай уҡ ҡурҡынысмы? Башҡортостан Республикаһының Гигиена һәм эпидемиология үҙәге баш табибы Анна Казак һөйләй:
“Коронавирус күптән билдәле булған вирустар төркөмөнә ҡарай, – ти Анна Казак. – Әле донъяла таралғаны – уның яңы төрө. Уны өйрәнәләр һәм, ҡайһы берәүҙәр әйтеүенсә, ысынында иһә, ул бик үк ҡурҡыныс түгел. Ул өлкән йәштәгеләргә йоғоуы менән ҡурҡыныс. Уның артабан нисек үҫеше әле билдәле түгел. Шуның өсөн үҙҡамау талаптарын үтәү мотлаҡ. Үкенескә ҡаршы, бындай йоғошло сирҙәр һауа аша таралыуы менән хәүефле. Әлегә сирҙең ситтән индерелгән булыуы беҙҙе аҙмы-күпме тынысландыра. Бында үҙҡамау, гигиена талаптарын үтәү хәл иткес әһәмиәткә эйә.
Ситтән килтерелгән сир, тип әйттек. Шуның өсөн кемдәр менән аралашҡаныңды, һөйләшкәнеңде һәр ваҡыт хәтерҙә тоторға кәрәк. Әйтәйек, өйҙән сығыу-сыҡмау мәсьәләһен ҡарайыҡ. Был осраҡта мин иркенләп урамда йөрөргә кәңәш бирмәҫ инем. Сыҡҡан осраҡта ла кешеләр менән арағыҙ метр ярымдан кәм булмаҫҡа тейеш. Шуның өсөн карантин индерелде, аралашыу сикләнде, үҙҡамау талаптарын үтәү һәр беребеҙҙең ҡулынан килә. Был мәсьәлә битлектәргә лә ҡағыла. Сирләгәндәр битлекһеҙ кешеләр араһына сығырға тейеш түгел. Битлек кейеүселәр күп, ләкин улар битлекте дөрөҫ файҙаланамы?
Әлбиттә, урамдан кергәс, ғәҙәттәге һабынды файҙаланыу мәсьәләһенә ҡағылышлы һорау ҙа булыр.
Сир менән бәйле ваҡиғалар көн һайын үҙгәреп тора. Әле беҙҙә ун кеше теркәлгән. Беҙҙең бурыс – һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ҡуйған талаптарҙы теүәл үтәү һәм бер нисә аҙна түҙеп, өйҙә ултырыу.
Республикала сирҙең ҡасан иң юғары нөктәне үтеүен берәү ҙә аныҡ әйтә алмай. Әле барлыҡ эпидемиалогик процесс өйрәнелә. Ҡасан иң юғары нөктәнең үтерен берәү ҙә фаразлай алмай. Ғалимдар был вирустар төркөмө миҙгелле булыр, тип фаразлай. Беҙ ҙә шуға өмөт итәйек. Киҙеү осоро беҙҙә ғәҙәттә ғинуарҙан майға тиклем һуҙыла. Йәй баштарына тиклем яңы вирустан дауаланыуға иҫәп тотайыҡ”.
Читайте нас: