Академик Виталий Зверев был сир кешелеккә мәңгелеккә килде, тип иҫәпләй. Уның фаразлауынса, был сир менән Ер шарындағы кешеләрҙең 70 проценты ауырыясаҡ. – Мин, беҙ коронавирусты еңәсәкбеҙ, тигән кешеләргә аптырайым, – ти академик. – Сир ҡайҙа китһен? Мәҫәлән, бөгөн Африкала бер миллиард кеше йәшәй. Бөгөн унда сирләүселәр бар. Кем уларҙы дауалай, үлем осраҡтарын теркәй?
Ғалим фекеренсә, йәнәһе, сирҙе популяциянан сығарыу өсөн 200 аҙна кәрәк. Был мөмкин түгел.
Академик билдәләүенсә, сирҙе йоҡтороусыларҙың 20 проценты ауыр үткәрәсәк. Бының сәбәбе – иммунитеттың насар булыуы.
Зверев оҙаҡламай вакцина барлыҡҡа киләсәк, тип өмөтләндерә. Йәйгә тиклем сирҙең бик һирәк осрауы ихтимал.
Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Ер шарында 1,1 миллион кеше сирләгән, 58 меңе – үлгән.
Рәсәйҙә аҙаҡҡы көнгә 4731 сирле теркәлгән, 333 – һауыҡҡан, 43 – вафат булған.
АҠШ-та хәлдәр ҡатмарлашыуын дауам итә. Бөгөн АҠШ сирлеләр һаны буйынса донъяла беренсе урында. Дональд Трамп Указына ярашлы, Нью-Йорк ҡалаһына хәрбиҙәр индерелгән. АҠШ президенты әйтеүенсә, һуңғы ике аҙнаның бик ауыр һәм ҡатмарлы булыуы ихтимал.