+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Апрель 2020, 15:38

Иң күп зыян күргән 16 тармаҡ дәүләт ярҙамы аласаҡ. Һалым түләүҙә лә ташламалар ҡаралған.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йоғошло сир таралыу менән бәйле, тулы үҙҡамау шарттарында зыян күргән Кесе һәм Урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларына дәүләт ярҙамы тәртибен раҫланы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йоғошло сир таралыу менән бәйле, тулы үҙҡамау шарттарында зыян күргән Кесе һәм Урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларына дәүләт ярҙамы тәртибен раҫланы.
Ҡарарға ярашлы, ярҙамға халыҡ кәсебе тауарҙары етештереүселәр, ваҡытлыса туҡталырға урын биреүселәр, спорт-һауыҡтырыу эшмәкәрлеге, фильмдар күрһәтеүселәр һәм конференциялар ойоштороусылар, ял һәм спорт сараларын ойоштроусылар, ресторандар һәм дөйөм туҡланыу предприятиелары, туристик фирмалар, балаларҙы көндөҙ ҡараусылар, өҫтәлмә белем биреүселәр, сәнғәт эшмәкәрҙәре, компьютерҙар һәм шәхси ҡулланыу әйберҙәрен ремонтлаусылар, химик таҙартыу, бөҙрәханалар, матурлыҡ салондары иҫәп тота ала.
Шулай уҡ Кесе һәм Урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары өсөн һалым ставкаларын кәметеү, сауҙа майҙандарын яллау түләүҙәрен кисектереү һымаҡ саралар ҡаралған.
Читайте нас: