+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Апрель 2020, 14:37

Радий Хәбиров уҡыусылар менән онлайн дәрес үткәрҙе. Бөгөн һәр кем батырлыҡ өлгөһө күрһәтә.

Республика Башлығы тәүге дәрестә хәҙерге заман батырҙары хаҡында һөйләне: “Хәҙер батыр булыу өсөн яҡындарыңа, ата-әсәйеңә ярҙам итеп, үҙеңде батыр кеше итеп күрһәтергә мөмкин”.

Республика Башлығы тәүге дәрестә хәҙерге заман батырҙары хаҡында һөйләне: “Хәҙер батыр булыу өсөн яҡындарыңа, ата-әсәйеңә ярҙам итеп, үҙеңде батыр кеше итеп күрһәтергә мөмкин”.
Радий Хәбиров уҡыусыларға миҫал итеп Рәсәй Геройы – генерал Миңлеғәле Шайморатовты килтерҙе: “Генерал батырлығы күләгәһендә һеҙ ҡараған кино геройҙарының батырлыҡтары юҡҡа сыға. Хәҙерге заманда яуаплы булыу – үҙе батырлыҡҡа тиң”.
Радий Хәбиров: “Хәҙер бөтә донъяла коронавирус йоғошло сире ҡоторғанда, өйҙә генә ултырып, батырлыҡ күрһәтергә мөмкин. Сөнки һеҙ үҙҡамау талаптарын үтәп, яҡындарығыҙҙы һәм ғаилә ағзаларын йоғошло сирҙән аралайһығыҙ. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм яуаплы булығыҙ! Бөгөн һеҙҙең атай, әсәйҙәрегеҙгә күпкә ҡыйыныраҡ. Ошо ауыр мәлдә уларға ярҙам итегеҙ”, – тине.
Башҡортостан уҡыусылары дистанцион уҡыуҙы башланы. Ул һәр көн иртәнге унда башлана һәм “БЮТ”, “Башҡортостан 24”, “Вся Уфа”, “UTV” телекааналдары аша барасаҡ.
Читайте нас: