Силәбенән килеп, Сибайҙа ит һатыусы сирле менән бәйле шау-шыу дауам итә. Яңыраҡ ит һатыусыларҙың береһенең 6 айлыҡ ейәненең сир йоҡтороуы билдәле булды.
Һуңғы арала Башҡортостанда сирлеләр теркәлгәне юҡ, шуның өсөн властар тәртипте бер аҙ йомшартты. Шуның һөҙөмтәһелер, урамда хәҙер машиналар күберәк күренә.
Республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткәрелгән Хөкүмәт ултырышында, ихтыяж тыуған осраҡта, автомобилдәр менән хәрәкәт итергә мөмкин, тиелде.
Башҡортостанда 974 предприятиеға үҙҡамау шарттарында етештереүгә тотонорға рөхсәт ителгән. Сирҙең һис уйламаған ерҙән килеп сығыуы ихтимал. Мәҫәлән, бер нисә көн элек Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында 80 йәшлек әбей вафат булған. Аҙаҡ уның коронавирус менән сирләүе асыҡланған. Хәҙер мәрхүмәне дауалаған табиптарҙы һәм улар аралашҡан яҡындарын дауаларға кәрәк.
Республикала үҙҡамау тәртибе ошо аҙна аҙағына тиклем дауам итәсәк.