-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Апрель 2020, 12:40

Путин вирусологтар менән кәңәшләшә. Скворцова ун көн-ике аҙна көтөргә тәҡдим итә.

Рәсәйҙә йоғошло сиргә ҡаршы көрәш ойошҡан төҫтә бара, тип әйтергә мөмкин. Кисә тағы ла 1154 сирләү осрағы теркәлгән. Тимәк, беҙҙекеләр эшләй, күпселек дауахана хеҙмәткәрҙәре үҙ вазифаһына яуаплы ҡарай. Һауығып сығыусылар ҙа, үкенескә ҡаршы, мәрхүм булыусылар ҙа бар.

Рәсәй Президенты Владимир Путин эшләмәй торған көндәрҙе ҡыҫҡартыу мәсьәләһе буйынса вирусологтар менән кәңәшләште. Сөнки ҡайһы бер төбәктәрҙең киләһе аҙна баштарынан карантиндан баш тартыуҙары ихтимал. Вирусологтар эшкә сығырға ҡабаланмаҫҡа кәңәш итә. Федераль Медицина-биологик агентлыҡ етәксеһе Вероника Скворцова ла ун көн-ике аҙна көтөргә тәҡдим итә.
Рәсәй өсөн башҡа мәшәҡәттәр ҙә етерлек. Росавиация, махсус графикка ярашлы, сит илдән ватандаштарыбыҙҙы ташыуын дауам итә. Улары иһә, оҙаҡ көттөрөүҙәренән риза түгел.
Рәсәйҙең ҡайһы бер компаниялары, мәҫәлән, “Сибур” нефтехимик компанияһы, уңай мәлдән файҙаланып, 4 көнлөк эш аҙнаһына күсте. Ә дауаханаларҙа битлектәр һәм һаҡланыу салары иркен һатыла. Ә нефткә хаҡтар тағы ла төштө. Йәшәү өсөн көрәш дауам итә, иҫән-һау булығыҙ!
Читайте нас в