+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Апрель 2020, 14:17

АҠШ. УЛАРҘА КОРОНАВИРУС МЕНӘН БӘЙЛЕ ХӘЛДӘР НИСЕК ИКӘН?

Океан аръяғындағы йәшәү рәүеше, беҙҙекенән айырмалы, шулай ҡоролған, күптәрҙең илдә нимә барғанын белмәй ҙә, үлеп китеүҙәре бик ихтимал. Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, бөгөн Ер шарында 1,3 миллион кеше коронавирус менән сирләй. Шуларҙың 425 меңе АҠШ-та теркәлгән. Сирлеләрҙең 14,5 меңе үлгән һәм вафат булыусылар һаны көндән-көн нығыраҡ арта. Үткән тәүлектә, мәҫәлән, 1700 кешенең үлеме теркәлгән.

Шуға ҡарамаҫтан, Дональд Трамптың кәйефе күтәренке һәм ул үҙенең оҙаҡламай еңеүгә ирешәсәгенә шикләнмәй. Кисә, мәҫәлән, ул мәғлүмәт саралары вәкилдәренә, беҙҙең еңеү (коронавирусты, тип аңлағыҙ), ҡайһы бер кешеләр уйлағанға ҡарағанда, тиҙерәк буласаҡ, тип хәбәр итте.
Үҙебеҙҙәге хәлдәргә шөкөр итәйек. Иҫән-һау булығыҙ!
-------------------------
Дуҫтар! "Бәйләнештә" сайтында беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: