+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Апрель 2020, 11:40

Коронавирус. Беҙҙә хәлдәр көсөргәнешле килеш ҡала.

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә йоғошло сиргә дусар булған дүрт кеше теркәлгән. Бөрө ҡалаһынан күңелһеҙ хәбәр бар.

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә йоғошло сиргә дусар булған дүрт кеше теркәлгән. Бөрө ҡалаһынан күңелһеҙ хәбәр бар.
Бындағы сирлелә коронавирус булыуын тикшерәләр һәм үпкәне яһалма елләтеү аппаратына беркеткәндәр. Сибайҙа бер кешенең сир йоҡтороуы, үкенескә ҡаршы, раҫланған. Ул әлегә беренсеһе. Һуңғыһы булһа, ярар ине, тигән теләктәр теләйек.
Өфө ҡалаһында властар мөмкин булған сирҙең таралмауына юл ҡуймаҫ өсөн барыһын да эшләйҙәр. Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында йоғошло сиргә ҡаршы карантин иғлан иттеләр. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы эргәһендәге балалар тыуҙырыу йорто пациенттарын башҡа дауаханаларға күсереп бөткәндәр.
Властар социаль селтәрҙәрҙә таратылған уйҙырмаларға һәм ялған хәбәрҙәргә ышанмаҫҡа тәҡдим итә. Мәҫәлән, йәнәһе, мәрхүмдәр өсөн мең урынлыҡ майҙан бүленгән, тигән хәбәр ҡала етәкселеге тарафынан ҡәтғи кире ҡағылды. Баш ҡалала аҡрынлап эш графиктары яйға һалына.
Читайте нас: