+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Апрель 2020, 11:26

Рәсәй Президенты халыҡҡа һәм бизнесҡа ярҙам сараларын иғлан итте.

Рәсәй етәкселеге үҙ ватандаштарының һаулығын һаҡлау өсөн һәм эштәрҙе яйға һалыу маҡсатында, барыһын да эшләргә әҙер. Дауахана хеҙмәткәрҙәре мул ғына өҫтәлмә түләүҙәр аласаҡ.

Рәсәй етәкселеге үҙ ватандаштарының һаулығын һаҡлау өсөн һәм эштәрҙе яйға һалыу маҡсатында, барыһын да эшләргә әҙер. Дауахана хеҙмәткәрҙәре мул ғына өҫтәлмә түләүҙәр аласаҡ.
Предприятиеларға график буйынса эш башларға рөхсәт бирелгән. Эшһеҙ ҡалғандарға, айырыуса, балалары булған ғаиләләргә, пособиелар ҡаралған.
Рәсәй Президенты төбәктәрҙә һаулыҡ һаҡлау тармағының матди-техник базаһын нығытыу сараларын билдәләне. Бының өсөн төбәктәргә финанс ярҙамы йүнәлтелгән. Мәҫәлән, төбәктәргә бүленгән 33 миллиард һум йоғошло сирҙәр дауаханаларында урындар һанын күбәйтеү өсөн бүленә. Төбәктәр 13 миллиард һумға медицина ҡорамалдары, айырыуса, үпкәне яһалма елләтеү аппараттары һатып аласаҡ.
Иң өмөтләндергәне шул, Хөкүмәт аяуһыҙ сирҙе еңеү өсөн сығымдарҙы йәлләмәйәсәк һәм граждандарҙың һаулығын һаҡлау өсөн барыһын да эшләйәсәк.
Һуңғы мәғлүмәттәр көрәштең дауам итеүе хаҡында һөйләй. Мәскәүҙә коронавирус диагнозы менән ете дауаланыусы үлгән. Мәрхүмдәрҙең береһе шәхси клиникала дауаланған булған. Мәрхүмдәрҙең йәше 46-нан 90 йәшкә тиклем. Улар бөтәһе лә төрлө хроник сирҙәрҙән яфаланған.
Читайте нас: