+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Апрель 2020, 11:55

Радий Хәбиров республикалағы ағымдағы хәл хаҡында.

Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин халыҡҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң төбәк башлыҡтары менән селектор кәңәшмәһе үткәрҙе. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Владимир Путин үткәргән кәңәшмәнән һуңғы тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин халыҡҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң төбәк башлыҡтары менән селектор кәңәшмәһе үткәрҙе. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Владимир Путин үткәргән кәңәшмәнән һуңғы тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
– Беҙ коронавирустың таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн планлы, эҙмә-эҙлекле һәм маҡсатҡа ярашлы сараларҙың ҙур ғына күләмен тормошҡа ашырҙыҡ, – тип әйтте Радий Хәбиров. – Беҙ хәл-ваҡиғаларҙы контролдә тотабыҙ, беҙҙең эшләнгән эштәрҙең дөрөҫлөгөнә инандыҡ һәм киләсәктәге аҙымдарыбыҙҙы күҙ алдына килтерәбеҙ.
Яҡындағы 2-3 аҙнала беҙгә 60+ төркөмөнә ҡарағандарҙы яҡлауға алыу мәсьәләһен хәл итергә кәрәк.
Иҡтисадҡа килгәндә, беҙ етештереүселәргә юл астыҡ, күпселек предприятиеларға эшләргә рөхсәт бирҙек. Хәҙер беҙҙең бурыс – иҡтисадты үҫтереүҙең һәм социаль ҡамауҙы дауам итеүҙең тигеҙлеген тәьмин итеү.
Республика Хөкүмәте иҡтисадҡа ярҙамға 15 миллиард һум аҡса бүлде. Иҡтисадҡа ярҙам етди саралар талап итә. Һалым түләүгә льгота, һалымдан азат итеү һәм аҡса менән ярҙам итеү. Беҙ инвесторҙарға, технологик ҡорамал һатып алған осраҡта, ярҙам күрһәтергә әҙер. Беҙ инвесторҙарҙы һаҡларға һәм беҙҙәге сикләүҙәр алынғандан һуң, эшкә тотоноуына ярҙам итергә уйлайбыҙ.
-------------------------
Дуҫтар! "Бәйләнештә" сайтында беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: