-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Апрель 2020, 14:01

“Ҡара алтын”. Донъя баҙарында хаҡтарҙы кем бесә?

Донъя баҙарында нефткә хаҡтарҙың сәйәси уйындар һөҙөмтәһендә төшөүе, коронавирустың һөжүм итеүе халыҡ-ара иҡтисадты көрсөккә килтерҙе.Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин АҠШ президенты Дональд Трамп һәм Сәғүд Ғәрәбстаны короле Сәлмән ибн Абдул-Ғәзиз Әл Сәғүд менән нефть баҙары, нефть сығарыуҙы кәметеү буйынса ОПЕК+ килешеүен төҙөү хаҡында телефон һөйләште.

Донъя баҙарында нефткә хаҡтарҙың сәйәси уйындар һөҙөмтәһендә төшөүе, коронавирустың һөжүм итеүе халыҡ-ара иҡтисадты көрсөккә килтерҙе.
Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин АҠШ президенты Дональд Трамп һәм Сәғүд Ғәрәбстаны короле Сәлмән ибн Абдул-Ғәзиз Әл Сәғүд менән нефть баҙары, нефть сығарыуҙы кәметеү буйынса ОПЕК+ килешеүен төҙөү хаҡында телефон һөйләште. Бында өмөтлө хәбәрҙәр бар. ОПЕК+ илдәре киләһе айҙан нефть сығарыуҙы тәүлегенә 10 миллион мискәгә кәметәсәк.
Кремлдең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, иң күп нефть һатыусы илдәрҙең лидерҙары баҙар хәлдәрен тикшергән, һөйләшеүҙәрҙе 20 иң көслө дәүләттең энергетика министрҙарының видеоконференцияһында дауам итергә килешкән. Яҡтар һөйләшеүҙәрҙе артабан да дауам итергә әҙер, хаҡтарҙы тотороҡландырыу өсөн донъя иҡтисадына тиҫкәре йоғонтоһон кәметергә ризалар.
“Рейтер” хәбәр итеүенсә, Дональд Трамп һөйләшеүҙәрҙе ыңғай баһалаған. “Нефть сығарыуҙы яйға һалыу буйынса бик етди һөйләштек, тармаҡ хәҙергегә ҡарағанда яҡшыраҡ эшләйәсәк”, – тип билдәләгән.
Читайте нас: