-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Апрель 2020, 14:05

Беҙҙең ата-бабалар азат иткән Чехияның “бүләге”. Шойгу тәҡдименән дә баш тартҡандар.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан беҙҙең элекке союздашыбыҙ Чехия Рәсәйгә ҡарата ифрат мәғәнәле “бүләк” эшләне. Прага уртаһынан Советтар союзы маршалы Иван Коневтың һәйкәлен алып ташланылар. Сит ил эштәре министрлығы вәкиле Мария Захарова уны енәйәт, тип баһаланы. Рәсәй Оборона министры Сергей Шойгу Чехия оборона министрына һәйкәлде Мәскәүгә биреүен һорап мөрәжәғәт итте. Чехтар, Рәсәй яғы барлыҡ сығымдарҙы түләргә риза булһа ла, баш тартыуҙың сәбәбен, йәнәһе, маршал 1968 йылда Чехословакиялағы фетнәне баҫтырыуҙа ҡатнашыуы менән бәйләне.

Шул уҡ ваҡытта, тарихсылар Коневтың чехтарҙың баш күтәреүен баҫтырыуҙа ҡатнашыуын раҫлаусы мәғлүмәттәр күрһәтә алмаған.
Читайте нас: