+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Апрель 2020, 14:15

Кемдәр эшләй, ләкин эште ойоштора белмәй?

Һуңғы арала карантин шарттары бер аҙ йомшартылды һәм ҡайһы бер ҙур предприятиеларға етештереүҙе яңынан башларға рөхсәт ителде.Ләкин Республика Башлығы предприятиеларҙың эште ойоштороуы менән ҡәнәғәт түгел. “Өфө мотор эшләүселәр берекмәһе”ндә, “Газпром Нефтехим Салауат” йәмғиәтендә, Сибайҙың “Рәсәй һаҡлыҡ банкы” бүлексәһендә оҙон-оҙон сираттар барлыҡҡа килгән.

Һуңғы арала карантин шарттары бер аҙ йомшартылды һәм ҡайһы бер ҙур предприятиеларға етештереүҙе яңынан башларға рөхсәт ителде.
Ләкин Республика Башлығы предприятиеларҙың эште ойоштороуы менән ҡәнәғәт түгел. “Өфө мотор эшләүселәр берекмәһе”ндә, “Газпром Нефтехим Салауат” йәмғиәтендә, Сибайҙың “Рәсәй һаҡлыҡ банкы” бүлексәһендә оҙон-оҙон сираттар барлыҡҡа килгән.
Радий Хәбиров, ғөмүмән, өлкән йәштәгеләрҙең тығыҙ сиратта тороуын етәкселәрҙең яуапһыҙлығы, тип баһаланы, тине.
Бөгөн предприятиеларҙа тикшереү эштәре башлана. Әгәр улар эште ойоштора белмәһә, Республика Башлығына уларҙың эшен туҡтатыу хоҡуғы бирелгән. Эште ойоштороусылар һәр кешенең һаулығын тикшерергә, температура, йүтәлләү булған осраҡта, кешене тиҙ арала ҡамауға алырға тейеш. Әгәр талаптар үтәлмәһә, предприятиены эшләргә рөхсәт ителгәндәр исемлегенән һыҙасаҡтар. Ә етәксегә ҡарата ҡәтғиерәк саралар күреләсәк.
Читайте нас: