+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Апрель 2020, 14:08

Коронавирус. Сир менән көрәш Мәскәүҙә нисек бара?

Мәскәү илдең генә түгел, Ер шарының үҙәге һымаҡ. Бөтә юлдар ошонда килтерә, барлыҡ халыҡ ошонда ағыла.

Мәскәү илдең генә түгел, Ер шарының үҙәге һымаҡ. Бөтә юлдар ошонда килтерә, барлыҡ халыҡ ошонда ағыла.
Шулай булғас, бында сирлеләрҙең күп теркәлеүенә ғәжәпләнергә ярамай.
Мәскәүҙә бөгөнгө көнгә 6698 сирле иҫәпләнә. 313 кеше һауығып сыҡҡан, 38 – вафат булған. Һуңғы тәүлектә үлеүселәр һаны 12-гә еткән.
Мәскәү ҡалаһы башлығы Сергей Собянин: “Хәлдәр бик ҡатмарлы, ләкин сирҙе еңеү өсөн барлыҡ көстәр йәлеп ителгән. Бының өсөн төрлө яҡлап тулы контроль һәм сикләү, ә халыҡтың мөмкин тиклем әҙерәк күсеп йөрөүе талап ителә”, – тине. Ҡала башлығы әйтеүенсә, Мәскәү әлегә сирләүселәрҙең иң юғары һанын үтмәгән. Шуның өсөн артабан да ныҡлы эшләргә кәрәк.
Читайте нас: