+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Апрель 2020, 14:13

“Торатау” конгресс-холында Ситуация үҙәге эшләй башланы. Ул иҡтисадты үҫтереүгә тәғәйенләнгән.

Үҙәктә эшсе төркөмдәр түбәндәге йүнәлештәрҙә эшләй: Кесе һәм Урта бизнес, ҙур предприятиелар, иҡтисадҡа инвестициялар, сауҙа һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү.

Үҙәктә эшсе төркөмдәр түбәндәге йүнәлештәрҙә эшләй: Кесе һәм Урта бизнес, ҙур предприятиелар, иҡтисадҡа инвестициялар, сауҙа һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү.
БР-ҙың Ситуация үҙәге төбәк иҡтисадына идара итеүҙе яҡшыртыуға йүнәлтелгән.
Һәр етәксе, предприятие хужаһы инвестор һәм ябай кеше үҙәккә мөрәжәғәт итеп, үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап ала. Бында иҡтисадҡа ярҙам, уның үҫеше, эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар мәсьәләләре даими яҡтыртыласаҡ. Үҙәктә хәҙер инцидент-менеджмент эшләй һәм социаль селтәрҙәр аша килгән һорауҙарға яуап бирә.
Төбәк Хөкүмәте тарафынан иҡтисадты тотороҡландырыу буйынса үҙ эсенә 58 эште алған программа төҙөлгән. Уның эсендә иҡтисади эшмәкәрлектең 13 төрө буйынса ярҙам ҡаралған.
Читайте нас: