Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова дөрөҫлөктө йәшермәй. Оҙаҡламай, республикала
100 меңгә тиклем кешенең сир йоҡтороуы хаҡында һығымта көтөлә. Шуларҙың 15-20 меңе, урынбаҫар һүҙҙәренә ҡарағанда, сирләйәсәк. Әлегә республикала йоғошло сир менән 40 кеше теркәлгән. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһынан табиптарҙың һәм уларҙың пациенттарының 170 тесты ыңғай һөҙөмтә күрһәткән. Уларҙы тағы ла тикшерәсәктәр.
Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы Башҡортостанда иң ҙурыһы. Унда дауаланыу, һаулығын тикшертеү өсөн төрлө төбәктәрҙән меңдәрсә кеше килә. Дауахана Достоевский урамы уртаһында урынлашҡан. Уның аша көн һайын меңдәрсә кеше үтеп йөрөй.
Был сир беҙҙең өсөн етди һынау буласаҡ. Беҙ уны еңеребеҙгә шикләнмәйбеҙ. Һаулыҡ һаҡлауҙың хәҙерге көсө һәм алымдары күпкә ҡатмарлы сирҙәрҙе еңергә мөмкинлек бирә. Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары үҙенең әңгәмәһендә, һеҙҙең кәйефте боҙмаҫ өсөн, артығын һөйләргә теләмәйем, тип әйткәйне. Әлбиттә, ғәйеплеләрҙе табырҙар, сараһын күрерҙәр, ләкин әле мөнәсәбәт асыҡлар ваҡыт түгел. Бар көстө йоғошло сирҙе еңеүгә йүнәлтергә кәрәк.