+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Апрель 2020, 00:45

Рәсәй менән АҠШ Айҙы бүлешә алырмы?

Кисә АҠШ президенты Дональд Трамп Рәсәй Президенты Владимир Путинға тағы ла шылтыратты, улар икәүләшеп нефткә хаҡтарҙы тотороҡландырыу, коронавирусҡа ҡаршы көрәш, йыһандағы берлектәге хеҙмәттәшлек хаҡында һөйләште.

Нефть менән аңлашыла, был йәһәттән Рәсәй, АҠШ һәм Сәғүд Ғәрәбстаны уртаҡ фекергә килде, киләһе айға нефть сығарыу кәмейәсәк, тимәк, хаҡтар тоторҡланасаҡ.
Коронавирус менән хәлдәр ҡатмарлы. Һуңғы тәүлектә АҠШ-та 2 меңдән артыҡ кеше вафат булды. Сир йоҡтороусылар һаны көндән-көн арта бара. Путин менән Трамп коронавирусҡа ҡаршы көрәштә үҙ-ара ярҙам итешеү кәрәк, тигән фекергә килде.
Йыһанда хеҙмәттәшлек итеүгә килгәндә, ошо аҙна башында “НАСА” белгестәре Айҙы үҙләштереү буйынса программа тураһында иғлан итте. Был осраҡта “Роскосмос” үҙенең ҡарашын белдермәй ҡалманы.
АҠШ өсөн йыһанға осоу, Рәсәй ракеталарынан тыш, мөмкин түгел. Бында уларға Илон Масктың шәхси компанияһы ғына ярҙам итә ала. Шуға күрә Рәсәй менән АҠШ-ҡа Айҙы өйрәнеүҙә бергә эшләргә генә ҡала.
Читайте нас: