Сир таралған ваҡытта Рәсәй башлығының эш тәртибе үҙгәргәнме? Үҙгәргән. Хәҙер ул Мәскәү эргәһендәге дачаларының береһендә эшләй, күпселек осрашыуҙар видеоконференция форматында үтә. Президент менән туранан-тура бергә эшләгән кешеләр көн һайын иртән коронавирусҡа анализ тапшыра. Шулай итеп, Путиндың һаулығына хәүеф янамай.