Әлегә республикала йоғошло сир сығанағы булған 6 дауахана теркәлгән. Улар – Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се һанлы ҡала дауаханаһы, Нефтекамалағы психо-неврологик интернат, Октябрьский, Бәләбәй, Бөрө ҡаларындағы һәм Әлшәйҙәге үҙәк дауаханалар. Барлыҡ дауаханаларҙа һәм дауалау учреждениеларында карантин талаптары теүәл үтәлә һәм сирҙең таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн барыһы ла эшләнә.