0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Апрель 2020, 11:38

Рәсәй. Карантин ваҡытының өҫтөнлөктәре һәм йомшаҡ яҡтары.

Сит ил аналитиктары, йоғошло сирҙең таралыуы менән бәйле, башҡа илдәрҙең тәжрибәһен ентекләп өйрәнә. Уларҙы бөгөн, мәҫәлән, йәнәһе, һаулыҡ һаҡлау тейешле кимәлдә ҡуйылмаған Рәсәйҙә сирлеләрҙең аҙ булыуы, алдынғы һәм мәҙәниәтле Европала үлем осраҡтарының күп булыуы аптырата.

Беренсе күҙәтеү: рәсәйҙәр күндәм һәм барыһына ла ҡул һелтәп ҡарай. Бындай күренеш көслө власть өсөн хас. Йәнәһе, беҙҙән тормай, барыһын да юғарыла хәл итәләр.
Рәсәйҙең икенсе өҫтөнлөгө – уның географик киңлеге. Аралар киң, халыҡ тығыҙ урынлашмаған. Мәҫәлән, Мәскәү һымаҡ мегаполис менән Себер киңлектәрен сағыштырып булмай. Тағы ла бер рәсәйҙәр ҡәнәғәт булмаған миҫал: баҡтиһәң, илдә һаулыҡ һаҡлау системаһы (түбән эш хаҡы, дауаханаларҙың ярлы матди-техник базаһы, сәләмәт йәшәү рәүешенең традицияға әйләнмәүе) шаҡтай һәйбәт ҡоролған икән. Табиптар шундай шарттарҙа ла кешеләрҙе дауалау өсөн мөғжизәләр күрһәтә.
Өсөнсө төп сәбәптәрҙең береһе – демографик сәбәптәр. Өлкәнәйә килә, ир-ат әҙ, уларҙың йәшәү рәүеше ыңғай түгел, етмәһә, хроник сирҙәр күпләп яҡты донъя менән хушлашырға мәжбүр итә. Ябай ғына итеп әйткәндә, өлкән йәштәгеләр араһында иҙәрҙең аҙ булыуы статистиканы шыпа яҡшырта. Әлегә быныһы күҙәтеүҙәрҙең башы ғына. Беҙгә лә иғтибар итергә, фәһем алырға һәм һығымталар яһарға кәрәк.
Читайте нас: