+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Апрель 2020, 10:10

Рәсәйҙә йоғошло сир нисек тарала? Беҙ уға әҙер инекме?

Популяр табип һәм телевизорҙа тапшырыу алып барыусы Александр Мясников ҡыҙыҡлы ғына күҙәтеүәр яһаған. Күҙәтеүҙәр нигеҙендә сирләүселәр һәм вафат булыусылар тора. Доктор Рәсәй менән донъяла иң алдынғы дауахана системаһына эйә булған Германияны сағыштыра. Бында бөгөнгә Италия, Франция, Испания, АҠШ һымаҡ бай дәүләттәр бөтөнләй иҫәпкә алынмай.

Шулай итеп, эксперттарҙы аптыратҡан һандар. Мәҫәлән, Германияла 82 миллион кеше йәшәй, ә коронавирустан бер ай эсендә 2,8 мең кеше үлгән. Шул уҡ ваҡытта, иҡтисади тетрәнеүҙәрҙән һуң яңы аяҡҡа баҫып килгән 145 миллион кеше йәшәгән (шуларҙың 20 проценты фәҡир иҫәпләнә) Рәсәйҙә нибары 100 кеше үлгән.
Доктор Мясников был айырманы бик ябай аңлата. Алдынғы Европа илдәре туберкулезға ҡаршы вакциналарҙан күптән баш тартты. Ә бына элекке социалистик лагерь илдәрендә үпкә сиренә ҡаршы вакциналар әле лә һаҡлана. Хатта шул Германияның эсендә, йәки элекке ГДР територияһында, йоғошло сирҙән үлеүселәр аҙыраҡ теркәлгән.
Шул уҡ ваҡытта, һаулыҡ һаҡлауҙың һөҙөмтәлелеге, матди-техник база, табиптарҙың яуаплылығы, хатта йән башына урындар һаны ла Рәсәй файҙаһына икән.
Әлеге дәлилдәрҙе көсәйтеү өсөн тағы ла һандарға мөрәжәғәт итәйек. Алда әйтеүебеҙсә, Германияла 125 мең сирленең 2,8 меңе үлгән. Ә Испанияла 163 мең сирленең 16 меңе, йәғни, 10 проценты самаһы үлгән. Һуңғы сәғәттәргә Рәсәй буйынса күрһәткестәр түбәндәгесә: 13,5 мең сирле теркәлгән, 105 – үлгән. Һығымталарҙы үҙегеҙ яһағыҙ.
Читайте нас: