+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Апрель 2020, 10:15

Йоғошло сирҙе еңеүгә үҙ өлөшөңдө индер! Рәсәйҙә карантин талаптары нисек үтәлә?

Март аҙаҡтарында Рәсәйҙең коронавирус теркәлгән төбәктәрендә карантин һәм үҙҡамау талаптары индерелгәйне. Хәлдәр әлегә Мәскәү ҡалаһында һәм Мәскәү өлкәһендә ҡатмарлы килеш ҡала. 10 апрелдә, мәҫәлән, 3,5 миллион кешенең баҡсаларға һәм яландарға сығыуы теркәлгән. Социаль дистанцияны боҙған өсөн 1358 протокол төҙөлгән.

Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Татьяна Голикова билдәләүенсә, март аҙаҡтарында индерелгән карантин тәртиптәре теүәл һәм аныҡ үтәлгән осраҡта 14-16 апрелдә беҙ иң юғары нөктәне үтеп, сирлеләр һанының көндән-көн кәмеүен билдәләргә тейешбеҙ. Бәлки бер нисә көн буйына артыу теркәлеүе лә ихтимал.
Рәсәй төбәктәрендә, ғөмүмән алғанда, хәл тотороҡло һәм ыңғай ҡала килә.
Читайте нас: