Ҡытайҙың бер төркөм һаулыҡ һаҡлау эксперттары Рәсәйҙә коронавирусҡа ҡаршы көрәштең һөҙөмтәлелеген өйрәнеү өсөн килде.
Ҡытай бөгөн йоғошло сиргә ҡаршы уңышлы көрәшкән һирәк дәүләттәрҙең береһе. Яңы йылдан һуң илдең Ухань провинцияһында хәлдәр бик насар ине. Көслө тәртип, талаптарҙың теүәл үтәлеүе коронавирусты уңышлы еңергә мөмкинлек бирҙе.
Бөгөн Ҡытай сирлеләр һаны буйынса донъяла алтынсы урынды биләй. Илдә 82,9 мең сирле теркәлгән, шуның 78 меңе һауығып, эшкә тотонған.
Ҡытай белгестәре әйтеүенсә, илдә сирлеләр һаны өс меңгә тиклем кәмегән. Ә бына 7 апрелдә тәүге тапҡыр Ҡытайҙа йоғошло сирҙән берәү ҙә үлмәгән.