-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Апрель 2020, 11:08

Һаҡ булығыҙ: БАМ! Һеҙҙе ҡайҙа сир һағалай?

Йоғошло сир таралыу менән бәйле, халыҡ санитар гигиена талаптары менән ныҡлап таныша башланы. Хәҙер сир ваҡытында спиртлы эсемлектәрҙең зыяны тураһында күпселек яҡшы белә.Ә бына ҡайҙа сир һағалауын белеү ҙә һис артыҡ булмаҫ.

Йоғошло сир таралыу менән бәйле, халыҡ санитар гигиена талаптары менән ныҡлап таныша башланы. Хәҙер сир ваҡытында спиртлы эсемлектәрҙең зыяны тураһында күпселек яҡшы белә.
Ә бына ҡайҙа сир һағалауын белеү ҙә һис артыҡ булмаҫ. Бөгөн иң ҡурҡыныс урын – БАМ: больница, аптека, магазин. Мәҫәлән, Башҡортостанда бөгөнгө көнгә больницалар, үҙебеҙсә әйтһәк, дауаханалар, йоғошло сир таралыу сығанаҡтарына әйләнде. Бының өсөн Рәсәйҙә иң көслөләрҙән һәм ҙурҙарҙан иҫәпләнгән Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһын иҫкә алыу ҙа етә.
Бөгөн барлыҡ сирлеләр дауахананан һуң ҡайҙа ағыла? Әлбиттә, аптекаға. Дарыуханаға кермәйенсә, булмай, тик бының өсөн, заманса әйтһәк, социаль дистанцияны һаҡларға кәрәк. Ул иң кәмендә – 3-4 метр, ти белгестәр.
Кеше көн һайын өс тапҡыр ныҡлап туҡланып өйрәнгән, шулай булғас, бик һирәктәр магазинды урап үтә. Ә кемдеңдер бынан ике ай элек туплап ҡуйған запасы буйтым бүҫкәргәндер инде.
Белгестәр шулай уҡ хәүефлеләр исемлегенә сүп-сар сығара торған урынды, эт һуғарыу майҙансыҡтарын, йәмәғәт урындарында ишек тотҡаларын, автобустарҙа тотонғостарҙы файҙаланмаҫҡа кәңәш итә.
Иҫән-һау булығыҙ!
Читайте нас: