+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Апрель 2020, 10:16

Ниндәй табиптар аҡса таптырмай һәм социаль селтәрҙәрҙә иламай?

Күптәрҙе Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһындағы хәл борсой. Бында әлегә 52 кешегә сир йоғоуы раҫланған. 6 кеше – реанимацияла.

Күптәрҙе Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһындағы хәл борсой. Бында әлегә 52 кешегә сир йоғоуы раҫланған. 6 кеше – реанимацияла.
Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы хәҙер күптәрҙең иғтибар үҙәгендә. Дауахана зоналарға бүленгән, дауалау, туҡланыу өсөн бөтә шарттар булдырылған.
Дауахана хеҙмәткәрҙәре бында килеп тыуған мәғлүмәт шау-шыуын артыҡ тип иҫәпләй һәм хәбәрселәрҙең һөжүменән арындырыуҙы һорай. Бөгөн бында мөнәсәбәт асыҡларға түгел, барлыҡ көстө туплап, кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарыу хаҡына көрәшергә кәрәк.
Ҡалала карантин һәм үҙҡамау талаптарын теүәл үтәлмәүселәр күҙгә салына. Ял көндәрендә генә карантин тәртибен боҙған өсөн 600-ҙән артыҡ кешегә протокол төҙөлгән.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Инстаграм аша үҙенең коллегаларына мөрәжәғәт итте. Ул һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә хәрби хәрәкәттәр ваҡытында яралыларҙы ҡотҡарған медиктарҙан өлгө алырға саҡырҙы. Министр әйтеүенсә: “Хәрбиҙәр ялыуҙар яҙмай, бойороҡтарҙы юҡҡа сығарыуҙы һәм командировочный аҡсаны алдан түләүҙе талап итмәй, командирҙар менән бәхәсләшмәй һәм социаль селтәрҙәрҙә үҙҙәрен ҡотҡарыуҙы һорап иламай”. Министр фекеренсә, табиптар үҙҙәренең бурысын теүәл үтәгән осраҡта ғына, еңеүгә өлгәшергә мөмкин.
Республика башлығы Радий Хәбиров та табиптарҙы хәбәрселәр менән аралашҡанда һүҙҙәр менән һағыраҡ булырға саҡырҙы.
Радий Хәбиров: “Республикала хәлдәр ябайҙан түгел, – тип билдәләне. – Йоғошло сир сығанаҡтары менән көсөргәнешле көрәш бара. Сирлеләрҙе дауалау өсөн алты дауаханала урындар ҡаралған”.
Читайте нас: