+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Апрель 2020, 11:10

Рәсәй хәҙер нефть һәм газ иле генә түгел. Европа заказдар менән күмә.

Европала ҡалыплашҡан фекер йәшәй. Рәсәйҙәр ҡатмарлы тауар етешетерә белмәй, нефть, газ, металл, урман һатыу иҫәбенә генә йәшәй. Йоғошло сир таралыу сәбәпле, Көнбайыш илдәре бөгөн тәфсирләп, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау системаһына тауар етештереүселәрен өйрәнә.

Мәҫәлән, Европа өсөн үпкәне яһалма елләтеү аппараты быға тиклем дауаханалар өсөн артыҡ һәм бик һирәк кәрәк булған ҡорамал иҫәпләнгән. Ә бөгөн Европа, коронавирус таралыу менән бәйле, ошондай ҡорамалдарға мохтажлыҡ кисерә. Бөгөн Рәсәй етештереүселәре Европа илдәренә унлап төрлө сифатлы үпкә елләтеү аппараты тәҡдим итә. Ошондай аппараттар етештереүсе дүрт завод Европаның утыҙлап иленән килгән заказдарҙы үтәү өсөн тәүлек әйләнәһенә эшләй.
Хәҙер Рәсәйҙең нефть, газ, урман иле генә түгел икәнлегенә төшөнөргә ваҡыт. Беҙҙең илдә, хәрби ҡоралдан тыш, медицина ҡорамалдары, станоктар, автомобилдәр, автобустар һәм башҡа бик күп төр продукция тәҡдим ителә.
Бына шулай, әгәр үҙҙәренә бәлә килмәһә, Рәсәй етештереүселәре хаҡында белмәҫтәр ҙә ине.
Читайте нас: