+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Апрель 2020, 10:13

Владимир Путин: “Рәсәйҙә йоғошло сир таралыу менән бәйле хәлдәр насарлана”.

Афәт менән бәйле хәлдәр Рәсәйҙә көн һайын үҙгәреп тора һәм уның яҡшырыуы һис тә тойолмай. Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо мәсьәлә айҡанлы сираттағы кәңәшмә үткәрҙе һәм ошондай кәңәшмәләр хәҙер аҙна һайын һәр дүшәмбе үтеүе бик ихтимал.

Афәт менән бәйле хәлдәр Рәсәйҙә көн һайын үҙгәреп тора һәм уның яҡшырыуы һис тә тойолмай. Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо мәсьәлә айҡанлы сираттағы кәңәшмә үткәрҙе һәм ошондай кәңәшмәләр хәҙер аҙна һайын һәр дүшәмбе үтеүе бик ихтимал.
Президент күберәк ойоштороу эштәренә ҡағылды. Һуңғы аҙнала Мәскәүҙә һәм ҡайһы бер төбәктәрҙә һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре бик көсөргәнешле эшләне. Президент табиптарҙы һаҡланыу саралары менән тәьмин итергә, эш хаҡын тулыһынса түләргә күрһәтмә бирҙе. Әле Рәсәйҙә сирләүселәр һаны арта, ауыр сирлеләр һаны көндән-көн күберәк теркәлә.
Хәлдәр ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, йоғошло сиргә ҡаршы көрәш ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Эште юғары кимәлдә ойоштороу өсөн яҡындағы ваҡытҡа алдан күҙаллауҙар кәрәк. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм уға ҡараған тармаҡтар үҙ-ара килешеп, һөҙөмтәле эшләй.
Коронавирус менән көрәштә Рәсәй, башҡа илдәр менән сағыштырғанда, өҫтөнлөктәргә эйә. Шуға ҡарамаҫтан, проблемалар күп, мөнәсәбәтте үҙгәртмәҫкә кәрәк, сөнки әле булһа сирләүселәр һанының иң юғары кимәле үтелмәгән. Ҡайһы бер төбәктәрҙә йоғошло сир менән бәйле хәлдәр ҡатмарлашты. Былар – илке-һалҡы эшләү һөҙөмтәһе.
Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, Рәсәйҙә 18 меңдән ашыу сирле теркәлгән. 1470 кеше һауыҡҡан, 148 – үлгән.
Йоғошло сиргә ҡаршы көрәшкә үҙ өлөшөңдө индер! Үҙсикләү талаптарын теүәл үтә!
Иҫән-һау булығыҙ!
Читайте нас: