Үткән тәүлектә Рәсәйҙә коронавирус менән сирләүсе 224 кеше һауыҡҡан һәм яңынан аяҡҡа баҫыусылар һаны 1694 кешегә еткән. Үкенескә ҡаршы, яҡты хәбәрҙәр шуның менән бөтә. Донъяла бөгөн йоғошло сир менән интегеүсе 2 миллиондан ашыу кеше теркәлгән. Шуларҙың 21 меңе Рәсәйҙә иҫәпләнә. Һуңғы тәүлектә Рәсәйҙә 2774 яңы сирле теркәлгән.
Башҡортостанда үткән тәүлектә 22 кешенең сирләүе асыҡланған һәм уларҙың дөйөм һаны 129-ға еткән.
Шул уҡ ваҡытта, Рәсәйҙә йоғошло сирҙән 22 кешенең вафат булыуы хаҡында хәбәр иттеләр. Үлгәндәр һаны хәҙер 170 тәшкил итә.
Карантин талаптарын теүәл үтәгеҙ!