+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Апрель 2020, 11:35

Элвин Грей өсөн ҡайғырам, Салауат абыйы ишетһә, ҡыуаныр инде. Бәлә көтөлмәгән ерҙән килде, тип әйтергә мөмкин.

Радик Юлъяҡшиндың, билдәле даирәләрҙә – Элвин Грейҙың, ҡаҙна алдында ифрат ҙур бурысы бар икән. Беләһегеҙме, ни өсөн? Эйе, дөрөҫ әйтәһегеҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн. Йәш йондоҙҙоң автомобилдәрҙә шәп йөрөргә яратыуы, әлбиттә, тәбиғи күренеш. Тик хәүефһеҙлек хаҡында ла онотмағанда, яҡшы булыр ине. Үҙең булмаһаң, һине төкәтөп китергә теләүселәр табылыуы бик ихтимал. Бындай осраҡта республиканың ЮХХДИ начальнигы менән сәй эсеү ҙә ярҙам итмәйәсәк.

Әгәр дөрөҫ булһа, Элвин Грейҙың иҫәбендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 88 хат иҫәпләнә. Әлбиттә, уларҙың күбеһе Элвин Грей өсөн ваҡ-төйәк – 500 һум, мең тәңкә, ара-тирә 2-3 мең. 88-ҙе тапҡырлайбыҙ, йәмғеһе 40-50 мең һум килеп сыға. Ваҡытында хисаплашырға һәм юлда тәртиплерәк булырға кәрәк.
Читайте нас: