Башҡортостан мәктәптәренең уҡыусылары йәйге каникулдарға иртәрәк таралыуы ихтимал. Әле ошо хаҡта мәғариф министрлығы һәм мәғариф идаралыҡтары араһында һөйләшеүҙәр бара.
Каникулдар хаҡында ҡарарҙы Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡабул итәсәк. Сөнки Рәсәй кимәлендәге кәңәшмәләрҙең береһендә каникулдар мәсьәләһен хәл итеүҙе төбәк башлыҡтарына ышанып тапшырҙылар.
Балаларҙы каникулдарға алдан ебәреү уларҙы үҙ аллы шөғөлләнергә өйрәнеүгә, буш ваҡыттарын тейешле кимәлдә файҙаланыу һәм карантин талаптарын үтәүгә яуап бирергә тейеш.