+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Апрель 2020, 10:25

Үҙ таҡтаташын күргән ветеран бәхетле. Кушнарен ерендә әле тере ветеранға таҡтаташ асалар.

Хәҙер Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шулар араһында Ришат Сәлих улы Исмәғилев айырым урын алып тора. Сөнки уға бөгөн 100 йәш тула. 1941 йылда эшсе крәҫтиәндәрҙең Ҡыҙыл армияһына саҡырылған Ришат Сәлих улы фашистарҙы Брест ҡәлғәһендә ҡаршылай. Һуғыш ваҡытында ҡаты яралана, Бөйөк Ватан һуғышынан һуң төрлө вазифалар башҡара Ришат Исмәғилев.Уға 100 йәш тулыуын иҫәпкә алып, район хакимиәте ветеран уҡып сыҡҡан Байгилде мәктәбендә, ул эшләгән Кушнарен һөнәрселек училищеһында таҡтаташтар асырға ҡарар итте.

Хәҙер Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шулар араһында Ришат Сәлих улы Исмәғилев айырым урын алып тора. Сөнки уға бөгөн 100 йәш тула. 1941 йылда эшсе крәҫтиәндәрҙең Ҡыҙыл армияһына саҡырылған Ришат Сәлих улы фашистарҙы Брест ҡәлғәһендә ҡаршылай. Һуғыш ваҡытында ҡаты яралана, Бөйөк Ватан һуғышынан һуң төрлө вазифалар башҡара Ришат Исмәғилев.
Уға 100 йәш тулыуын иҫәпкә алып, район хакимиәте ветеран уҡып сыҡҡан Байгилде мәктәбендә, ул эшләгән Кушнарен һөнәрселек училищеһында таҡтаташтар асырға ҡарар итте.
Хәҙерге ваҡиғаларға ҡарап, ҙур тантаналар көтөлмәй, ләкин үтәсәктәре лә ветеранды хөрмәтләүҙе күҙ уңында тота.
Республика Башлығы Радий Хәбиров Ришат Исмәғилевты юбилейы менән ҡотланы һәм үҫеп килеүсе быуынды яугирҙан өлгө алырға саҡырҙы.
Читайте нас: