+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Апрель 2020, 10:28

Йоғошло сир менән көрәш дауам итә.

Башҡортостан дауаханаларында сирлеләрҙе һауыҡтырыу өсөн бөтәһе лә эшләнә. Кисә 9 кешене, һауығыу сәбәпле, дауаханаларҙан ҡайтарып ебәрҙеләр. Йоғошло сир йоҡтороу ихтималлығы булған 235 кеше әлегә дауаханаларҙа.

Башҡортостан дауаханаларында сирлеләрҙе һауыҡтырыу өсөн бөтәһе лә эшләнә. Кисә 9 кешене, һауығыу сәбәпле, дауаханаларҙан ҡайтарып ебәрҙеләр. Йоғошло сир йоҡтороу ихтималлығы булған 235 кеше әлегә дауаханаларҙа. Кисә Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында тағы ла 12 кешенең коронавирус менән сирләүе раҫланды. Ул ғына ла түгел, кисә сир йоҡторған тағы бер кешенең – беҙҙең республикала өсөнсөнөң – вафат булыуы мәғлүм булды. Әле һуңғы көндәрҙә вафат булыусыларҙан 63 йәшлек ир һәм 73 йәшлек ҡатын быға тиклем төрлө сирҙәр менән яфаланған булған.
Әлеге көндә дауаханаларҙа сир йоҡторған 129 кеше иҫәпләнә.
Читайте нас: