+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Апрель 2020, 11:41

“Зөләйха күҙҙәрен аса” һәм Сабит Фазлыевтың “Ҡара этабын” уҡый башлай.

“Рәсәй-1” телеканалы “Зөләйха күҙҙәрен аса” телесериалы менән тәүге көндәрҙән үк тамашасыларҙы икегә-өскә бүлде. Һүҙ юҡ, сериал шәп төшөрөлгән. Артистарҙың оҫталығы күҙҙе ҡамаштыра, халыҡ мауығып ҡарай һәм социаль селтәрҙәрҙә тәьҫораттары менән уртаҡлаша.

Әйткәндәй, роман буйынса инсценировканы атаҡлы Ғ. Камал театры, “беҙҙең тема түгел”, тип баш тартҡайны. Ә театрҙың артистары сериалда ҡатнашыуға саҡырыуҙы кәмһетергә теләү сифатында ҡабул итте. Миндә был картина кино төшөрөүселәр 30-сы йылдарҙы ғына түгел, ауыл тормошон да, кешеләрҙең тормошон да насар белә, тигән фекер уятты. Шуға күрә тәүге серияларҙан уҡ тамашасыларҙың төркөмдәргә бүленеүе һис тә ғәжәп түгел. Ғәфү итегеҙ, бер серияла ике көсләү акты... тамашасыларға ла оялырға һәм күҙҙәрен йоморға мәжбүр итте.
Әле сериал башланып ҡына тора, бәлки артабан фекерҙәр ҡапма-ҡаршы үҙгәреп тә ҡуйыр. Тамашасы иғтибарынан ситтә ҡалмауы ла яҡшы бит әле. Сулпан Хамматова үҙенә оҡшамаған фильмдарға тотонмай. Уның ҡатнашыуы ғына түгел, исеме генә лә тамашаны уңышҡа дусар итеүе бик ихтимал. Ярай, ҡарайыҡ, артабан нимә күрербеҙ. Ә миңә ҡалһа, Сабит Фазлыевтың “Ҡара этабы” күңелгә яҡыныраҡ. Шуныһы йәл, Зөләйханан байтаҡҡа алда яҙылған роман әле булһа урыҫ теленә тәржемә ителгәне юҡ. Сағыштырыу өсөн һис тә насар булмаҫ ине.
Читайте нас: