Республика Башлығы Радий Хәбиров тармаҡ етәкселәре, райондар һәм ҡалалар хакимиәттәре башлыҡтары менән ойоштороу сараларын көсәйтеү, үҙҡамау тәртибен һаҡлау буйынса кәңәшмә үткәрҙе. “Оҙайлы һәм ауыр көрәшкә әҙерләнегеҙ, тине Республика Башлығы Радий Хәбиров. – Апрель-май айҙарында беҙгә көсөргәнешле эшләргә тура киләсәк. Йәйгә ҡалыуы ла бик ихтимал. Хәҙер үҙҡамауҙың көсөргәнешле тәртибе, контроль нигеҙендә эшләйәсәкбеҙ”.