+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Апрель 2020, 13:33

МИҘГЕЛ ӘЛЕ АСЫЛМАНЫ, ЛӘКИН ҠОРБАНДАР БИЛДӘЛЕ. БЫЙЫЛ КҮПТӘР ЯЛДАН МӘХРҮМ ҠАЛАСАҠ.

Быйылғы йәйҙе көтөп алыуҙан фәтеүә юҡ, тип билдәләй туризм һәм ял индустрияһы буйынса белгестәр. Көньяҡтағы Төркиә, Мысыр, Тунис һәм башҡа илдәрҙәге ҙур-ҙур ял итеү үҙәктәре банкротлыҡҡа дусар ителәсәк.

Сөнки әле бөгөндән ял итергә килергә теләүселәр юҡ дәрәжәһендә. 90 проценты самаһы Европа һәм Рәсәй туристары тәшкил иткән береһенән-береһе ҙурыраҡ курорттар банкротлыҡтан мөмкин тиклем еңелерәк сығыу юлдарын эҙләй.
Мысыр һәм Төркиә етәкселеге зыянды ҡаплау һәм бизнесты һаҡлап ҡалыу өсөн курорттарға ярҙам итеү сараларын өйрәнә. Мәҫәлән, хәҙерҙән үк ярты хаҡына түгел, сирек хаҡына йүнәлтмәләр һатыуҙы ойошторорға тәҡдим итеүселәр бар. Ай-һай, хәҙер бушлай ем курорттарҙа ла булырмы икән? Кем белә, бәлки был осраҡ үҙебеҙҙең ял йорттарының күтәрелеп ҡалыуына булышлыҡ итер?
Читайте нас: