+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Апрель 2020, 13:31

ТАБИПТАРҒА БАШ ЭЙӘЙЕК. УЛАР БӨГӨН БЕҘҘЕҢ ҒҮМЕРЕБЕҘҘЕ ҺАҠЛАУ ӨСӨН КӨРӘШӘ.

Бөгөн илдә килеп тыуған хәлдәрҙе юғары кимәлдәге профессионалдар – табиптар ғына хәл итә ала. Үкенескә ҡаршы, бөгөн уларға еңел түгел. Социологтар билдәләүенсә, бөгөн һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең профессиональ һәләтенән, яуаплылығынан беҙҙең киләсәгебеҙ хәл ителә.

Бик урынлы булмаһа ла, бер фәһемле миҫал: 30-40-сы йылдарҙан һуң СССР вуздарында интеллигенция,зыялылар, хеҙмәткәрҙәр ғаиләләренән сыҡҡан уҡыусылар араһында табип һөнәрен һайларға теләүселәр арта. Уның сәбәбе һуңынан асыҡлана. Баҡ тиһәң, лагерҙарҙа һәм һуғыш йылдарында табиптар бик кәрәкле һәм хөрмәтле һөнәр эйәләре булып, үҙҙәрен раҫлай.
Тарих шулай, уның ҡабатлана торған ғәҙәте бар. Бөгөн беҙ һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә өмөт һәм ышаныс менән ҡарайбыҙ. Улар лайыҡлы эшләһен, кешеләрҙе һауыҡтырһын өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Беҙ уларҙан ошо афәттән ҡотолорға ярҙам итерҙәр, тип көтәбеҙ.
Иҫән-һау булығыҙ!
Читайте нас: