+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Апрель 2020, 13:32

УКРАИНА БЕҘГӘ “ӨРӘКИТӘ”ЛӘР МЕНӘН ЯНАЙ. ТАҒЫ ШУЛ ҒЫНА ҠАЛҒАЙНЫ!

Бәлки Украинала йоғошло сирҙең бар донъяны тетрәнергә мәжбүр итеүен ишетмәй ҡалғандарҙыр. Юғиһә, ишеткән булһалар, Рәсәйгә “өрәкитә” һөжүме хаҡында белдермәҫтәр ине. Хәҙер факттарға мөрәжәғәт итәйек. Павлоград химзаводының директоры Леонид Шиман ракеталар менән Рәсәйгә һөжүм итеп булыр ине. Мәҫәлән, Ростов өлкәһендәге нефть эшкәртеү заводын шартлатырға мөмкин, тигән фараз менән сығыш аһай.

“Өрәкитә”ләргә ҡалһа, эш харап бит! Улай булһа, был “ҡоронобер ус” менән көрәшеп тороу ҙа кәрәкмәй.
Рәсәйҙә был хәбәрҙе юмор менән ҡабул итеүҙәрен иҫәпкә алып, беҙ, ракетаны “өрәкитә” тип атап, тел ғилеменә яңы бер һүҙ өҫтәргә булдыҡ.
Әйткәндәй, Украина өҫтөнән осҡан самолеттар өсөн властар әле хәүефһеҙлек тәьмин итә алмай, шуның өсөн Украина территорияһын урап осоу яҡшыраҡ түгелме икән? Самолеттар оса башлаһа, әлбиттә.
Читайте нас: