-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Апрель 2020, 11:57

ВЛАДИМИР ПУТИН: “ИҠТИСАДТЫ ҺАҠЛАП ҠАЛЫРҒА!” – ТИП ӘЙТТЕ. ТИК АҠСАЛАР ЭШСЕЛӘРГӘ БАРЫП ЕТЕРМЕ?

Берәү ҙә шикләнмәй, йоғошло сир еңеләсәк, тормош артабан да дауам итәсәк, бөгөн киләсәк хаҡында ла уйларға кәрәк. Кисә Владимир Путин коронавирус пандемияһы шарттарында бизнесҡа ярҙам итеү сараларын билдәләне. Сир ваҡытында иң күп зыян күргән компаниялар үҙҙәренең эшселәренә түләү өсөн дәүләттән кире ҡайтарылмай торған финанс ярҙам аласаҡ. Бынан тыш мохтаж предприятиеларға кредиттар түбән процентҡа биреләсәк һәм дәүләт гарантияһы менән тәьмин ителәсәк. Бындай аҙымды аналитиктар етештереүсе компанияларҙың бөлөүенән ҡотолорға, эшһеҙҙәр һанының артмауына ярҙам итәсәк, предприятиеларға етештереү өсөн арзанлы кредиттар алырға мөмкинлек бирәсәк, тип иҫәпләй. Иҡтисади ташламалар иң тәүге сиратта предприятие эшселәренә эш хаҡы булып барырға тейеш.

Тик был аҡсалар эшселәргә барып етерме икән?
Зыян күргән предприятиелар финанс ярҙамын дәүләттән тураннан-тура аласаҡ. Ярҙамды шулай уҡ Урта һәм Кесе эшҡыуарлыҡ предприятиелары ла ала аласаҡ. Президент һүҙҙәренә ҡарағанда, ярҙам минималь эш хаҡы күләмендә, йәғни 12130 һум булырға тейеш. Тик был осраҡта компаниялар 1 апрелгә үҙҙәренең эшселәренең иң кәмендә 90 процентын һаҡлап ҡалырға бурыслы. Әгәр талаптар үтәлһә, аҡса 18 майҙан һуң предприятие иҫәбенә күсергә тейеш.
Социологтар был тәҡдимдәрҙең хәҙерге шарттарҙа бик файҙалы булыуын билдәләй. Компаниялар элек тә ауыр йәшәй ине, хәҙер улар бөлгөнлөк алдында тора. Әлеге ярҙам компанияларҙы һәм уларҙың эшселәрен һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итәсәк.
Быға тиклем Хөкүмәт эшселәргә түләү өсөн процентһыҙ кредиттар тәҡдим итеп ҡарағайны, ләкин уның файҙаһы булманы. Хәҙер Президент эш хаҡы өсөн кредиттарҙың 75 процентын ВЭБ.РФ корпорацияһы аша гарантияларға күрһәтмә бирҙе.
Иҡтисадты һаҡлап ҡалыу, компанияларҙың иҡтисади хәлен яҡшыртыу өсөн дәүләт ярҙамы артабан да буласаҡ.
Президент шулай уҡ авиакомпанияларға 23 миллиард һум һәм төбәктәр бюджетын тотороҡландырыу өсөн 200 миллиард һум аҡса йүнәлтергә ҡушты.
Читайте нас: