+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Апрель 2020, 10:09

ЙОҒОШЛО СИР ҠАСАН СИГЕНЕР? ДОНЪЯЛА БИЛДӘЛЕ АКАДЕМИК ҮҘЕНЕҢ УЙ-ФЕКЕРҘӘРЕ МЕНӘН УРТАҠЛАША.

Рәсәйҙең билдәле ғалимы, инфекциялар буйынса белгес Виктор Малеев 30 апрелгә тиклем иғлан ителгән карантинды аҙ тип иҫәпләй. Сөнки йоғошло сирҙең үҫеү динамикаһы киләсәккә ышаныс менән ҡарарға мөмкинлек бирмәй.

Рәсәйҙең билдәле ғалимы, инфекциялар буйынса белгес Виктор Малеев 30 апрелгә тиклем иғлан ителгән карантинды аҙ тип иҫәпләй. Сөнки йоғошло сирҙең үҫеү динамикаһы киләсәккә ышаныс менән ҡарарға мөмкинлек бирмәй.
Академиктың фекеренсә, иң ыңғай сценарий тормошҡа ашҡан осраҡта, йоғошло сир июндә сигенә башлаясаҡ. Ләкин коронавирустың сигенеүе генә кешелектең сирҙе еңеүен аңлатмай. Тейешле вакцина уйлап тапҡандан һуң ғына, кешелек еңел һулап ҡуясаҡ. Әле илдә тиҫтәләрсә предприятие вакцина эшләү менән мәшғүл. Уның тәүге уңышлы партияһы йыл аҙағына тиклем барлыҡҡа килеүе ихтимал.
Ләкин хәҙерге ваҡытта, академик раҫлауынса, Һиндостан һәм Африкала (унда йәмғеһе 2,5 миллиардтан ашыу кеше йәшәй) йәшәү кимәле бик түбән, һаулыҡ һаҡлау системаһы үҫешмәгән, коронавирустың икенсе тулҡыны көньяҡтан килеүе бик ихтимал.
Академик фекеренсә, Рәсәйҙә апрель аҙағына меңләп кеше һауығып сығасаҡ, уларҙың 20 проценты ауыр сирлеләр иҫәпләнә һәм етди дауалау талап итә. Сирлеләр дауаханала ике аҙнанан ике айға тиклем дауаланасаҡ.
Академик Рәсәйҙәге карантин, үҙсикләү сараларын ыңғай баһалай һәм сирҙе еңеү өсөн һәр бер кеше санитар гигиена талаптарын теүәл үтәргә тейеш, тип билдәләй. Тәртип һәм яуаплылыҡ булғанда ғына, беҙ эпидемияны еңәсәкбеҙ һәм йөҙәр меңдәрсә кешенең ғүмерен һаҡлап ҡаласаҡбыҙ.
Читайте нас: