+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Апрель 2020, 10:12

ҠЫТАЙҘАР ИҪӘН ҠАЛЫУ ЮЛДАРЫН ӨЙРӘТӘ. КОРОНАВИРУС КЕМДӘРГӘ ҺӨЖҮМ ИТӘ?

Ҡытайҙың Ухань провинцияһында табиптарҙы Аллаһ вәкилдәре урынына күрәләр һәм уларға арнап йырҙар сығаралар.

Ҡытайҙың Ухань провинцияһында табиптарҙы Аллаһ вәкилдәре урынына күрәләр һәм уларға арнап йырҙар сығаралар.
Ә табиптар эпидемия ваҡытында тере ҡалыу серҙәренә өйрәтәләр. Уларҙың ентекле күҙәтеүҙәре һөҙөмтәһендә шундай һығымта яһарға мөмкин: кешеләр үҙ араларында теүәл дистанция һаҡларға тейештәр. Һәр осраҡта ҡулдарҙы һәм битте һабынлап, дөрөҫ йыуыу сирҙән һаҡлай. Битлектәрҙе дөрөҫ кейеү йоғошло сирҙән ҡотҡара.
Ә бөтөн донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы 60 йәштән өлкәндәрҙең һәм хроник сирҙәр менән ауырыусыларҙың һаҡланыуын тәьмин итергә ҡуша.
Үлем осраҡтарының 95 проценты 60 йәштән өлкән һәм йөрәк-ҡан тамырҙары, ҡан баҫымы, диабет сирлеләргә тура килгән. Үлем осраҡтарының 95 проценты 60-тан өлкән йәштәгеләр иҫәбендә, ә 50 проценты – 80 йәштән өлкәндәр иҫәбендә. Үлгән ун кешенең һигеҙе бер йәки ике хроник сир менән ауырыған.
Әлеге көнгә Европала 30 меңдән ашыу кешенең үлеме теркәлгән. Вафат булыусыларҙың 90 проценты Италия, Испания, Франция һымаҡ алдынғы илдәргә тура килә.
Читайте нас: