-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Апрель 2020, 22:47

БӨТӘ ДОНЪЯ ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ ОЙОШМАҺЫ РӘСӘЙҘӘГЕ ХӘЛДӘР АЙҠАНЛЫ БОРСОЛОУ БЕЛДЕРӘ.

Европа илдәре сиргә ҡаршы көрәш буйынса Рәсәй тәжрибәһен өйрәнергә һәм аңларға теләһә лә, федераль властар илдәге хәлдәр менән ҡәнәғәт түгел. Ошо айҡанлы, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы эксперты Мелита Вуйнович ханым да борсолоу белдерә. Бөгөнгә Рәсәйҙә 28 мең самаһы сирле теркәлгән. 2304 – һауыҡҡан, 232 кеше вафат булған.

Мелита Вуйнович белдереүенсә, Рәсәйҙә ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа сирлеләр һанының бер аҙ кәмеүе күҙәтелгән һәм аҙаҡ был һан тағы арта башлаған. Иң мөһиме, Рәсәйҙә сирҙең көслө тулҡын булып таралыуына юл ҡуймағандар. Коронавирус үҙенән-үҙе барлыҡҡа килмәй, ул таралһын өсөн бәләкәй генә контакт кәрәк.
Рәсәйҙә сирлеләрҙең аҙ булыуы тынысландырырға тейеш түгел, ти Мелита Вуйнович. Мәҫәлән, үткән аҙнала ла ҡайһы бер көндәрҙә сирләүселәр һаны 12 процентҡа кәмене, аҙаҡтан 15-17 процентҡа тағы ла артты. Әле уртаса 13 процентҡа үҫә.
Тимәк, сир сығанаҡтары әле булһа табылмаған һәм ҡамалмаған. Табиптар һәм властар ғына еңә торған сир түгел был. Барлыҡ халыҡтың аңлауы, үҙен карантин талаптарына бойһонорға мәжбүр итеүе кәрәк.
Властар билдәләүенсә, тап ошо көндәрҙең Рәсәй өсөн хәл иткес булыуы мөмкин.
Читайте нас: