+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Апрель 2020, 09:05

БЫЙЫЛҒЫ ЙӘЙ ТУРАҺЫНДА ОНОТОРҒА МӨМКИН. СИРҘЕҢ ИҢ ЮҒАРЫ НӨКТӘҺЕ ИЮНЬ-ИЮЛЬ АЙҘАРЫНА ТУРА КИЛЕҮЕ ИХТИМАЛ.

Медицина фәндәре докторы табип-инфекционист Николай Малышев, Рәсәйҙә йоғошло сирҙең иң юғары нөктәһе ай ярым-ике айҙан һуң июнь-июль айҙарына тура киләсәк, тип белдеҙе. Профессор: “Беҙ көн һайын сир йоҡтороусылар һанының артыуын күрәбеҙ. Был миҫал эксперттарҙы эпидемияның иң юғары нөктәһенең июнь-июлгә тура килеүен иҫбатларға мәжбүр итә”, – ти.

Ай-ай ярымдан һуң иң юғары нөктә үтелгәс, сирлеләр иҫәбе түбәнәйә башлаясаҡ.
Быға тиклем Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы эксперттары, Рәсәй әле сирлеләрҙең артыу кимәлен күрһәтә һәм ул әлегә дауам итәсәк, тип белдергәйне.
Рәсәйҙә әлегә хәлдәр түбәндәгесә: 28 мең самаһы кеше сирләгән, 2304-һауығып сыҡҡан, 232 кеше вафат булған. Һуңғы тәүлектә Рәсәйҙә сирлеләр һаны тағы ла 3,5 меңгә артҡан.
Читайте нас: