+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Апрель 2020, 16:38

ЕВРОПА ШУНЫ БЕЛЕРГӘ ТЕЛӘЙ: НИ ӨСӨН РӘСӘЙҘӘ СИРЛЕЛӘР АҘ?

Бөгөн барлыҡ донъяла коронавирустан сирләүселәр һаны 2 миллиондан ашып китте. Шуларҙың 650 меңе АҠШ-та теркәлгән. Донъяла барлығы 131 мең кеше үлгән. Үлеүселәрҙең күпселеге Италия, Испания, Франция, АҠШ-та. Бөйөк Братания, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был илдәргә яҡынлай.

Ошо һандар юҫығында Европа илдәре ни өсөн Рәсәйҙә әле булһа сирлеләрҙең аҙ булыуына аптырай. Ҡытай һымаҡ ил менән 6 мең километр самаһы уртаҡ ил сиге булған Рәсәй үҙенең хәҙерге һаулыҡ һаҡлау системаһы менән коронавирустан тонсоғорға тейеш ине һымаҡ. Австрияның “Der Standart” гәзите: “Көнбайыш Европа Рәсәйҙе һәр ваҡыттағыса баһалап еткермәй һәм уның мөмкинлектәрен белмәй”, тип яҙып сыҡты.
Эксперттар билдәләүенсә, Советтар союзы дәүерендә үк илдең санитар-эпидемиологик хеҙмәте талапсан һәм һөҙөмтәле эшләй, өҫтәүенә Рәсәй белгестәре шунда уҡ Ҡытай менән ил сиген япты, тимер юл бәйләнешен туҡтатты, самолёттар осоуын кәметте. Аэропорттарҙа айырым терминалдар булдырыуҙы ла Рәсәй санитарҙары иң беренсе булып индерҙе. Хеҙмәт, етешһеҙлектәре булыуына ҡарамаҫтан, сирҙе таратыусылар һанын кәметергә мөмкинлек биргән. “Der Standart” гәзите, мәҡәләне йомғаҡлап, сирҙе ауыҙлыҡлауҙа Рәсәй табиптарының фиҙаҡәрлеге һәм тәжрибәһе, федераль һәм төбәк властарының аныҡ ғәмәлдәре һәләкәткә юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек биргән, тип белдерә.
Читайте нас: