Рәсәй Президенты Владимир Путин Именлек советының даими ағзалары менән видео-конференция форматында кәңәшмә үткәрҙе һәм иң тәүҙә Бөйөк еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы хәрби парадтың кисектерелеүе хаҡында иғлан итте. Шуныһы мөһим, парад быйыл барыбер буласаҡ һәм ул еңеүселәр хөрмәтенә ойоштороласаҡ. Президент, йоғошло сир таралыу менән бәйле, һуғышты һәм хәҙерге хәлде сағыштырҙы һәм: “Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ йәшәү хаҡына үлемгә ҡаршы нацизм менән көрәште. Был беҙҙең мәңгелек һәм иң ҡиммәтле байлығыбыҙ. Беҙ был хаҡта һәр ваҡыт хәтерләргә тейешбеҙ”, – тине.