+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Апрель 2020, 11:32

ЭХ, ТАЖЛЫ ВИРУС... КЕМ ҺУҢ ҺИНЕ ИРЕККӘ СЫҒАРҘЫ?

Француз вирусологы, Нобель премияһы лауреаты Люк Монтанье, йоғошло сир Ҡытай лабораторияларының береһендә эшләнгән, тигән фекер әйтте. Ул коронавирустың Ҡытайҙағы Ухань ҡалаһындағы һирәк осрай торған йәнлектәр баҙарынан башланыуын әкиәт сифатында баһалай.

Люк Монтанье әйтеүенсә, Ҡытайҙағы лаборатория 2000 йылдарҙан бирле коронавирустар буйынса махсуслашҡан. Вирусолог: “Математик иҫәпләүҙәр әлеге йоғошло сирҙең яһалма булыуын эҙмә-эҙлекле раҫлай”, – тип билдәләне.
Бер нисә көн элек “Фокс Ньюс” телеканалы иң беренсе сирленең лаборатория хеҙмәткәре булыуын һәм тәжрибәләр ваҡытында сир йоҡтороуын белдергәйне.
Ә быға тикем Бөтә донъя һауыҡ һаҡлау ойошмаһы ҡурҡыныс сирҙең яһалма булыуын инҡар итте.
Әйткәндәй, АҠШ президенты Дональд Трамп коронавирустың килеп сығыуын тикшерергә һәм ғәйеплене табырға ҡушҡан.
Бөгөн АҠШ-та сиреләр һаны 700 меңдән ашып китте. Әгәр властар ныҡлап тотонмаһа, илдә хәл-ваҡиғаларҙың ҡулдан ысҡыныуы бик ихтимал. АҠШ властары белдереүенсә, бындай осраҡта сирҙән вафат булыусылар һанының 60-65 мең кешене тәшкил итеү ҡурҡынысы бар.
Читайте нас: