+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Апрель 2020, 13:45

КӨСЛӨ ЗАТ НИ ӨСӨН БЫЛ ОСРАҠТА КӨСҺӨҘ?

Бөйөк Британияның баш табибы Крис Уитни ниндәй ҙә булһа сир менән яфаланған өлкән йәштәге ир-аттың күпләп үлеүенә иғтибар иткән.

Бөйөк Британияның баш табибы Крис Уитни ниндәй ҙә булһа сир менән яфаланған өлкән йәштәге ир-аттың күпләп үлеүенә иғтибар иткән. Баш табип раҫлауынса, өлкән йәштәге ир-ат бер йәки бер нисә хроник сир менән яфалана һәм күпселек осраҡта яңы вирустың ҡорбаны буып тора. Табиптар билдәләүесә, үлгән ир-аттың 90 проценты ниндәйҙер сир менән яфаланған. Был айырыуса үпкә-тын юлдары, йөрәк-ҡан тамырҙары, ҡан баҫымы, шәкәр диабеты менән сирләүсергә ҡағыла.
Ә бына сирҙең ир-атҡа булған мөнәсәбәте бик үк аңлашылып бөтмәй. Быныһын хатта социаль-демографик күренеш, тип баһаларға ла мөмкин. Был миҫалдың, әйтәйек, Рәсәйгә ҡағылмауы ла ихтимал, сөнки беҙҙә ир-аттың уртаса йәше 63 булһа, ҡатын-ҡыҙыҡы – 75-кә етеп килә. Шуға беҙҙең миҫалда ир-аттың күпләп үлеүен иҫбатлауы ҡыйын буласаҡ, сөнки ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ нисбәте һис тә ир-ат файҙаһына түгел. Көслө заттың, вирус йоҡторғансы уҡ, тәбиғи шарттарҙа кәмеүе лә бик ихтимал.
Читайте нас: