+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Апрель 2020, 13:17

ВИРУСҠА ҠАРШЫ – МИНДЕК МЕНӘН?

Йоғошло сир 92 градуста 15 минут эсендә юҡҡа сыға, тигән хәбәр еңел быу яратыусыларҙы дәртләндереп ебәрҙе һәм улар мунсаларҙы баҫып алды. “Микробтарҙың 15 минут эсенә һәләк булыуы тураһында хәбәр дөрөҫ, ләкин ул коронавирусҡа ҡағылмай”, – тип белдерҙе иммунолог Владимир Володин. Киреһенсә, мунсала юғары дымылыҡ һаҡлана һәм вирустың оҙаҡ йәшәүенә булышлыҡ итә. Коронавирусҡа ҡаршы 100 градус эҫелектең дә ярҙам итеүе бик шикле. Володин шулай уҡ: “Мунса иммунитетты нығытмай, тик санитар гигиена талаптарын ғына үтәй”, – тип белдерә.

Табиптар билдәләүенсә, иммунитетты үҙҡамау шарттарында ҡара сәй менән башҡорт балы нығыта.
Әйткәндәй, табиптар урамдан коронавирусты өйгә керетмәҫ өсөн фатир ишеге алдына хлор ҡатнашмаһы менән еүешләнгән сепрәк һалырға кәңәш итә.
Читайте нас: