+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Апрель 2020, 10:57

ВЛАДИМИР ПУТИН: “ИЛДӘ СИРЛЕЛӘР ҺАНЫНЫҢ ИҢ ЮҒАРЫ НӨКТӘҺЕ ӘЛЕ ҮТЕЛМӘГӘН”.

Рәсәй Президенты Владимир Путин төбәктәр башлыҡтары менән видеоконфереция үткәрҙе һәм коронавирусҡа ҡаршы көрәште ойоштороу мәсьәләләре менән танышты.

Рәсәй Президенты Владимир Путин төбәктәр башлыҡтары менән видеоконфереция үткәрҙе һәм коронавирусҡа ҡаршы көрәште ойоштороу мәсьәләләре менән танышты. Президент: “Бөгөн һауыҡ һаҡлауҙың матди-теник базаһын нығытыуға йүнәлтелгән аҡсалар киләсәктәге ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереүгә ярҙам итәсәк, – тип билдәләне. – Яңы төҙөлгән дауаханаларҙың матди-техник базаһы – ныҡ, кадрҙары тәжрибәле булырға тейеш. Әлегә төбәктәрҙә кәрәкле урындарҙың 72 процентын әҙерләп өлгөргәндәр, ҡалғандары ай аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Хөкүмәт урындағы ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү өсөн төбәктәргә 36 миллиард һум аҡса бүлде. Әлегә Рәсәйҙә сирлеләр һанының иң юғары нөктәһе үтелмәгән. Коронавирус менән көрәшкә йәлеп ителгән һауыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре түләүҙәрҙе тулыһынса алырға тейеш”. Владимир Путин йоғошло сиргә ҡаршы көрәштә һәр төбәк башлығы шәхсән яуап бирә, тип баҫым яһаны. Кәңәшәлә шулай уҡ РФ Оборона һәм Һауыҡ һаҡлау министрҙары ҡатнашты.
Видеоконференцияла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирусҡа ҡаршы көрәш менән бәйе ваҡиғалар тураһына һөйләне. Бөгөн Башҡортостанда ун кеше ауыр хәлдә, улар үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырыған.
Төбәк Башлығы Владимир Путинға йоғошло ауырыуҙар госпитале төҙөлөшө хаҡында һөйләне. Ул бөгөн Өфө эргәһендә Зубово ауылында төҙөлә. Дөйөм майҙаны 16 мең кварат метр буласаҡ һәм бер юлы 450 кешене ҡабул итәсәк. Госпиталь өсөн 177 үпкәне яһалма елләтеү аппараты һатып алынған. Дауахананы 25 майға асыу күҙ уңында тотола.
Читайте нас: